Башҡортостанда “Ашығыс экспорт ярҙамы” проекты тормошҡа ашырыла

Белгестәр район һәм ҡалаларға сығып эшҡыуарҙар һәм ойошмаларға тауарҙарын ситкә һатыуҙа ярҙам итә. Ошондай проект ярҙамында 2024 йылғаса экспортты 3 миллиард 200 миллион долларғаса арттырыу мөмкинлеге барлыҡҡа килергә тейеш. Экспорт менән шөғөлләнгән компаниялар һанын 900-ҙән 1 мең 400-гә еткереү күҙаллана, тип белдерҙе Республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Ошо көндәрҙә “Ашығыс экспорт ярҙамы” төркөмө белгестәре Ишембай районы, Нефтекама һәм Октябрьский ҡалаларында осрашыуҙар үткәрҙе. Башҡортостан Экспортҡа ярҙам итеү үҙәгенә мөрәжәғәт итеп белгестәрҙе саҡыртырға була.