Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, былтыр “Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү” программаһы буйынса яҡынса 33 мең квадрат метр торлаҡ төҙөлгән. Бынан тыш, халыҡ ауыл ипотекаһы менән ҡуллана ала. Былтыр 2 мең 200-ҙән ашыу кредит бирелгән. Социаль килишеү буйынса 61 ғаилә яңы йортҡа ингән.