Республика мәктәптәрендә башҡорт теле буйынса берҙәм төбәк имтиханы барлыҡҡа килә

Башҡортостан Хөкүмәте ҡарары донъя күрҙе. Документҡа Премьер-министр Андрей Назаров ҡул ҡуйған. Ҡарарға ярашлы, имтихан йыл һайын сығарылыш класс уҡыусылары өсөн үткәрелә. Уны тапшырыу ирекле була, йәғни теләге булған уҡыусыларға ғына башҡорт теленән һынау үтә ала.