Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе илдә икенсе урында

“Медиалогия” агентлығы ғинуар айы һөҙөмтәләре буйынса төбәк парламенттары башлыҡтары рейтингын әҙерләгән. Константин Толкачев Санкт-Петербург ҡанундар сығарыу палатаһы рәйесенән генә ҡалышҡан. Эксперттар Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа ҡаралған бер нисә закон проектын айырым билдәләп үткән. Улар араһында күсмә зоопарктарҙы тыйыу, түләүле юлдар һәм йәмәғәт урындарында электрон тәмәке тартыуҙы сикләгән ҡанун проекттары күрһәтелгән.