Күп ҡатлы йорт эсендә – эҫе фонтан

Your browser doesn't support HTML5 video.

Өфөнөң Совет районында йылылыҡ селтәрҙәре сафтан сығып ҡайһы бер йорттарҙы һыу баҫты. Көнкүреш техникаһы менән бергә, торлаҡ эсендәге йыһаздар ҙа сафтан сыҡҡан. БСТ каналы хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Түшәмдән аҡҡан тәүҙә һыуыҡ, унан һуң, ҡайнар һыуҙан фатирҙағы бар йыһаз сафтан сыға. Зыян күләме тиҫтәләрсә мең һумдар менән иҫәпләнә. Бөгөн торлаҡ эсе мунсаны хәтерләтә. Ғәҙәттән тыш хәлгә, ике көн самаһы ваҡыт үтеүгә ҡарамаҫтан, стеналарҙан әлегәсә эҫе быу килә. Быны хатта, беҙҙең ижади төркөмдөң камераһы ла күтәрә алманы.

Түшәмдән шишмә булып урғылған һыуҙан фатир эсе күлгә әйләнә. Оло йәштәгеләрҙән тыш, аҫҡы ҡаттағыларҙың да төн йоҡолары ҡаса. Күршеләр ике сәғәттән ашыу төрлө яуаплы ойошма вәкилдәренә шылтыратып ала алмай аҙаплана.

Ҡайһы бер фатирҙар йылылыҡ селтәрендәге һыуҙан әллә ни зыян күрмәгән тип әйтергә мөмкин. Был осраҡта, тарттырылған түшәм мөһим роль уйнаған.

Өфөнөң Совет районы хакимиәте әлеге йорттағы осраҡ аҙна башында теркәлгән коммуналь аварияға бәйле булыуын билдәләй. Барлығы 32 йорт йылыһыҙ ҡала. Магистралдәге етешһеҙлек бөтөрөлгәс тә, система ҡабат тергеҙелә. Район хакимиәте әлеге инцидент буйынса Башҡортостандың генерациялау компанияһына дәғүә белдерергә йыйына.

Прокуратура менән бергә Совет районы хакимиәте әлеге осраҡ буйынса зыян күләмен иҫәпләп Башҡортостандың генерациялау компанияһына дәғүә белдермәксе. Селтәрҙең файҙаланыу мөҙҙәте сығыу ихтималлығы бар. Дәғүәне шулай уҡ йорттоң идарасы компанияһы ла бирергә хоҡуҡлы. Бар эштәрҙе лә беҙ күҙәтеүгә алабыҙ.

Илнур Иҙиәтуллин, Өфөнөң Совет районы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары

Өфөнөң Совет районы хакимиәте, коммуналь авария эҙемтәләренең тулыһынса бөтөрөлөүен, бар 19 йортҡа ла йылы бирелеүен хәбәр итә. Шулай ҙа һәр йорт контролдә ҡала. Әйткәндәй, әлеге осраҡҡа тиклем күп ҡатлы йортта йәшәүселәр етешһеҙлек буйынса район хакимиәтенә, торлаҡ-коммуналь хужалығына ла мөрәжәғәт иткән булған.

Азат Ғәлиуллин.