Был өйҙәр урынлашҡан ер участкалары урынында юл һалыу ҡаралғаң. Яңы төҙөләсәк транспорт артерияһын Галле урамының дауамы тип әйтергә мөмкин. Ул Комсомол урамын, Салауат Юлаев проспектын баш ҡаланан Көнсығыш сығыу юлы менән тоташтыра. Йәғни, М-7 һәм М-5 трассалары араһында транспорт бәйләнеше булдырыла. Был төҙөлөш тығындарҙы кәметеүҙән тыш, Өфө йылғаһының аръяғын үҫтерергә булышлыҡ итер тип көтөлә. Күләмле төҙөлөш хаҡында БСТ каналы хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.
Шиловтар үҙ тормошон Ҡазан урамындағы йорттан башҡа күҙ алдына ла килтермәй. Уҙған быуаттың 30-сы йылдарынан алып ғаиләнең бер нисә быуыны ошо нигеҙҙә ғүмер кисерә. Хужаларҙың йылдар дауамындағы көсө менән бәләкәй генә ағас өй ике ҡатлы, 200 квадрат метрлыҡ йортҡа әүерелгән. Һыу, газ, интернет һәм башҡа селтәрҙәр үткәрелгән. Йорт янындағы баҡса ла Шиловтарҙың ғорурлығы, шуға улар күсенеүгә ҡаршы. Ҡала фатирына риза түгелбеҙ, аҡсалата компенсация түләһәләр ҡала ситендә йорт алыр инек, ти улар.
Ғүмер буйы йорттарын һәм ихаталарын төҙөкләндереү менән шөғөлләнгән Шиловтарҙан айырмалы күп хужалар йылдар буйы сумаҙан өҫтөндә ултыра. Ҡайһы бер өйҙәрҙә бөтөнләй кеше йәшәмәүе күренә. Сөнки торлаҡтың һүтеләсәге хаҡында имеш-мимештәр ун йыллап йөрөй, шуға халыҡ билдәһеҙлектән биҙрәгән. Улар мәсьәләнең тиҙерәк хәл ителеүен көтә. Геннадий Чернышков әйтеүенсә, һыуҙы урам осондағы ҡоҙоҡтан ташырға тура килә, бар уңайлыҡтар ҙа тышта.
Юл төҙөләсәк майҙанда 100-гә ер участкаһы иҫәпләнә. Улар араһында шәхси йорттар ҙа, күсемһеҙ милек объекттары ла бар. Һүтеләсәк торлаҡтың иң күбеһе Оборона, Ҡазан урамына тура килә. Шулай уҡ Комсомол, Галле, Оло Шелководная, Төньяҡ, Район, Мурманск урамдары, Оборона һәм Мурманск тыҡрыҡтары инә. Өфө хакимитенән белдереүҙәренсә, хужаларға компенсация баҙар хаҡтары буйынса билдәләнә. һәр бер хужалыҡ буйынса айырым ҡарар ҡабул ителә.
Өфөнөң Галле урамы осонда башланған юл Комсомол урамын, Салауат Юлаев проспектын ҡаланан Көнсығыш сығыу юлы менән тоташтыра. Йәғни, М-7 һәм М-5 трассалары араһында тура транспорт бәйләнеше булдырыла, Ағиҙел йылғаһы аша Затон күперенән Өфө йылғаһы аша һалынасаҡ яңы күпергә ҡала аша үтеп буласаҡ. Әле иһә күләмле эштәр башланырға ғына тора. Ә бына Салауат Юлаев проспекты аша күпер күптән әҙер. Тик әлегә уның менән йәйәүлеләр генә файҙалана.
Рәмзиә Кәримова.