Авария 2019 йылдың майында була, хәҙер хәләл ефетенә 360 мең һумлыҡ аҡсаны ҡайтарыуға дәғүә ебәрелә. Был сумманы страховка ойошмаһы аварияла йәрәхәтләнгән пассажирға түләгән. Төп сәбәп, водитель транспорт сараһы менән идара итеү өсөн ОСАГО полисына индерелмәгән. Теманы БСТ каналы хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова дауам итә.
Ике йыл элек булған үлемесле аварияла Алһыу Сабитованың тормош иптәше баҡыйлыҡҡа күсә. Хәл иртә менән ҡала ситендә теркәлә. Автомобиль эсендә ир менән уның атаһы була. Текә боролмала руле менән идара итә алмай машина кюветҡа оса. Ҡайныһы төрлө тән йәрәхәттәре алһа, Мараттың ваҡиға урынында йөрәге тибеүҙән туҡтай.
Машина Алһыуҙың ҡайныһына яҙылған. Уның һүҙҙәре буйынса, руль артында үҙе түгел, ә улы Марат ултыра. Страховка буйынса, зыян күреүсе булараҡ, автомобиль хужаһына 360 мең һум аҡса түләнә. Күңелһеҙ хәл онотолдо кеүек тойола ине, ти Алһыу. Әммә ярты йыл үткәс ҡатынға страховкалау компанияһынан судҡа тиклемге иск ҡағыҙы килә
Яуапҡа тарттырылыусы транспорт сараһы менән идара итеү өсөн ОСАГО полисына индерелмәгән. Был осраҡта регресс талаптарына ярашлы, зыян килтереүсенән страховка түләүҙәре компанияға ҡайтарылырға тейеш.
Аварияла һәләк булыусы ир юл-транспорт фажиғәһендә ғәйепле итеп табыла. Тимәк, страховка компанияһына зыянды ҡаплау Мараттың ҡатынына һәм улына күсә. Улар 360 мең һум аҡсаны түләргә тейеш.
Страховкалау компанияһы ҡатынды судҡа бирә. Юристар билдәләүенсә, талаптар законға тап килә һәм яуаплылыҡтан ҡотолоу мөмкин түгел. Әммә авария деталдәре шик тыуҙыра, ысынлап та, һәләк булыусы руль артында ултырғанмы?
Әгәр Марат Сабитовтың руль артында ултырмағанлығы раҫланһа, уның ғаиләһенә компенсацияны ҡайтарылмаясаҡ. "Росгосстрах" компанияһы мәғлүмәттәренә ярашлы, регресслы талаптар менән йыш осрашырға тура килә. Зыян килтереүсенән башҡа төрлө осраҡтарҙа ла страховка аҡсаһын түләттереүҙәре мөмкин.
Страховкалау полисына яңы водителде индереү ярты сәғәтлек эш. Уны яҙҙырыу өсөн аҡса түләү талап ителмәй. Алһыу Сабитованың осрағы буйынса иһә, юристарҙың суд материалдарын яңынан тикшереү үтенесе ҡәнәғәтләндерелде. Фажиғә ваҡытында салонда булған һәләк булыусының атаһы өсөнсө яҡ сифатында йәлеп ителәсәк. Тәфтишселәргә авария осрағы буйынса яңынан тикшереү эштәре үткәреүе кәрәк булыуы ла ихтимал.
Әлфинә Килдейәрова.