Башҡортостандың 262 ауылы йыл аҙағына тиклем юғары тиҙлекле интернетҡа тоташтырыла

Your browser doesn't support HTML5 video.

Заман технологияларын үткәреү буйынса бар эшмәкәрлек "Уңайлы интернет" төбәк проекты сиктәрендә алып барыла. Әле таратыу селтәрҙәре төҙөлә башланған. Белгестәр әйтеүенсә, хәҙерге ваҡытта бар хеҙмәттәр ҙә, документтар әйләнеше лә электрон форматҡа күсерелә. Улар менән файҙаланыу өсөн төпкөл ауылдарҙа ла бәйләнеш булыуы шарт.

Пандемия ваҡытында күп кенә ойошмаларҙың, белем усаҡтарының дистанцион алымға күсеүе юғары тиҙлекле интернеттҡа ихтыяжды тағы ла бер таҡыр иҫбатлаған. Әле тиҫтәләп районда кабелдәр һуҙыла башлаған. Интернет йорт хужаларының ғаризаһына ярашлы үткәрелә.

Проект сиктәрендә 100 мең тирәһе кеше юғары тиҙлекле интернет менән тәьмин ителәсәк. Был исемлектә Благовещен районының Төрөшлө ауылы ла бар. Ерле халыҡ фекеренсә, был программа бик урынлы, сөнки заман технологиялары бөгөн һәр быуын вәкиле өсөн кәрәк.

Рәмзиә Кәримова.