Шаранда каратэ киокушин буйынса күнекмә йыйыны үтте

Your browser doesn't support HTML5 video.

Шаран ауылының спорт-һауыҡтырыу комплексында каратэ киокушин буйынса Салауат Юлаев исемендәге 3-сө халыҡ-ара интернациональ күнекмә йыйыны үтте. Ярышҡа Башҡортостан район-ҡалаларынан тыш, күрше Татарстан Республикаһы менән Ырымбур өлкәһе спортсылары ла ҡатнашты.

Бәйге майҙанына 4 йәштән 17 йәшкә тиклемге 200-ләп үҫмер йыйылды. Турнир шарттарына ярашлы, спортсылар тәүҙә ун алыш марафоны үтте, һуңынан кумитэ һәм ката дисциплиналары буйынса көс һынашты. Ярышта Шаран районы командаһы ла лайыҡлы сығыш яһаны. Төбәк командаһы республикала каратэ буйынса иң көслө өс клуб исемлегенә инә.

Гөлдәриә Йосопова.