Свердловск өлкәһенең Туризм үҫеше директоры Эльмира Туҡанова вазифаһын ҡалдырған һәм Башҡортостанға килергә йыйына тип хәбәр итә өлкәнең киң мәғлүмәт саралары. Эльмира Туҡанова Өфөлә тыуған, быға тиклем Төмән һәм Свердловск өлкәләрендә туризм буйынса ведомстволарҙы етәкләгән. Башҡортостан туризм буйынса дәүләт комитетында 2019 йылдан алып етәксе булған Салауат Нафиҡов үҙ теләге менән вазифаһын ҡалдырҙы.