Мобиль комплекс балалар стоматологтары булмаған ауылдарға бара. Әлегә Кушнаренко һәм Саҡмағош райондарында булғандар. Комплекс заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Тәү сиратта етем, ауыр хәлле ғаилаларҙә йәшәүсе балалар ҡабул ителә.