Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә ошо турала яҙҙы. “Быйылдан республикала һаулыҡ һаҡлау тармағын үҙгәртеп ҡороу буйынса ҙур эш башлана. Алдағы биш йылда 530 яңы медицина ойошмаһы төҙөлә, 70-ендә капиталь ремонт үткәрелә”, - тип хәбәр иткән Башҡортостан Башлығы. Быйыл Бөрө ҡалаһы һәм Саҡмағош ауылында поликлиникалар файҙаланыуға тапшырыла. Баймаҡта балалар поликлиникаһы һәм Өфөлә Республика балалар онкология һәм гематологияһы үҙәгенә нигеҙ һалына. Киләһе йылда Учалы ҡала дауаханаһының хирургия бүлеге, Өфө кардиоүҙәге, шулай уҡ Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһының һәм Затон биҫтәһендә поликлиникалар файҙаланыуға тапшырыла.