Башҡортостанда яңы ике милли-мәҙәни үҙәк булдырыла

Республика Хөкүмәте ҡарары донъя күрҙе. Документҡа ярашлы, Туймазы районында Башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәк һәм Балтаста Мишәр тарихи-мәҙәни үҙәк ойошторола. Әле республикала төрлө милләт вәкилдәренең 17 тарихи-мәҙәни үҙәге иҫәпләнә, шулай уҡ башҡорттар күпләп йәшәгән төбәктәрҙә 6 башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәк эшләп килә.