Республикала коронавирусҡа ҡаршы прививка яһатыу дауам итә. “Спутник V” вакцинаһын алыу өсөн дәүләт хеҙмәттәре порталы аша сиратҡа яҙылырға була. Бынан тыш, 13-01 һәм 122 телефон һандары, шулай уҡ Ковидҡа ҡаршы ситуация үҙәге аша теркәлергә мөмкин. Поликлиникаға вакцина килгән осраҡта, прививка эшләтергә шылтыратып саҡырталар, тип хәбәр итәләр Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан.