Өфөнөң Затон биҫтәһендә йәшәүселәр беҙҙең редакцияға күп фатирлы йортта урамдағы кеүек һыуыҡ тип мөрәжәғәт итте. Мәсьәлә менән улар бер нисә йыл көрәшә. Ентекләберәк БСТ каналы хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова.
Юғиһә, сәләмәтлек ҡаҡшауы ла мөмкин. Любовь Николаевна был йортҡа 90-сы йылдарҙа күсә, һуңғы ун йыл дауамында фатирҙағы һыуыҡҡа түҙеп булмай, ти ул. Өйҙә йөрөгәндә ҡат-ҡат кейенергә, ике юрған аҫтында йоҡларға тура килә. Иҙән әйтерһең дә, һыуытҡыс, шуға күрә фатир эсендә кейеп йөрөр өсөн пенсионер махсус быйма ла һатып ала. Фатирҙа сағыштырмаса иң йылы бүлмә - ул аш-һыу бүлмәһе, уныһы ла газ плитәһен тоҡандырып йылытҡан саҡта ғына.
Фатирҙарҙа йылы булмау мәсьәләһе Осоусылар урамы, 4-се йортта йәшәүселәрҙең үҙәгенә үткән хәл. Милекселәр әйтеүенсә, улар төрлө инстанцияларға, шул иҫәптән Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығына мөрәжәғәт итеп ҡарай. Ләкин йортта һаман да һыуыҡ.
Йорттоң подвалында ла ҡот осҡос хәл. Вентиляция торбалары асыҡ, күптән яңыртылмағанлығы күҙгә күренеп тора. Ҡайһы бер урындарҙа эш материалдарының ҡалдыҡтары ғына ҡалған.
Эҫе һыу торбаларынан һыу беренсе көн генә аҡмай, ти урындағы халыҡ. Ни өсөн йорт ҡыш миҙгеленә бындай хәлдә әҙерләнгән? Идарасы компания был мәсьәләне хәл итергә вәғәҙәләне.
Ә бына Өфө инженер селтәрҙәре предприятиеһына иһә, йорт хужаларының айырым һорауы бар. Улар фекеренсә, иҫәпләү приборҙары дөрөҫ эшләмәй. Һөҙөмтәлә, түләүҙәр артып килә. Фатирҙарҙа һыуыҡ хөкөм һөргәндә, ниндәй йылы өсөн юғары түләү квитанциялар килә? Һорауға яуап та һорау менән.
Әлфинә Килдейәрова.