Район һәм республика кимәлендә уҙғарылған инвестиция сәғәттәре ярҙамында урындағы ике эшҡыуар үҙ проекттарын тормошҡа ашырыуға ирешкән.
Мәҫәлән, крәҫтиән-фермер хужалығы етәксеһе Фәнил Әҙеһәмов үҫтерелгән уңыштан он тарттырып, макарон изделиелары етештерергә ниәтләй. Әммә бының өсөн ашлыҡты эшкәртеүсе комплекс талап ителә. Район ярҙамы менән эшҡыуар ер участкаһын юллай һәм кәрәкле ҡорамалдар һатып ала. Барлығы 13 миллион һум самаһы инвестиция йәлеп ителә.
Көйөргәҙеләрҙең тағы ла бер проекты былтыр республика кимәлендәге «Инвестиция сәғәте»ндә тикшерелде. Йыл әйләнәһенә эшләгән мал һимертеү майҙансығын төҙөү проекты менән Башҡортостан башлығын Рәмил Мостафин таныштырҙы. Хужалыҡ етәксеһе 147 миллион һум инвестиция йүнәлтергә ниәтләй.
Һөҙөмтәлә төҙөлөшкә киткән сығымдарҙың бер өлөшө дәүләт тарафынан субсидиялау, проектты өҫтөнлөклөләр иҫәбенә индергә ҡарар ителде. Әле асыҡ һауалағы фидлотта 700 баш мал иҫәпләнә, киләсәктә үгеҙҙәр һанын ишәйтеү планлаштырыла.
Илдар Байбулатов.