Тәүҙә Дим биҫтәһендәге «Серебряный ручей», һуңынан Ҡырмыҫҡалы районындағы «Дубрава» торлаҡ комплекстарынан фатир алып алданыусы Нәсифуллиндар ғаиләһе Миловка ауылындағы Йәштәр микрорайонына барып төпләнде. Ғаилә төҙөлөшкә аҡса индереп алданыусылар хоҡуҡтарын яҡлау фондынан аҡса алып фатир һатып алған. Өфө районында йәшәү мәжбүри сарамы, әллә сабырлыҡтың төбө һары алтынмы? Яуап – киләһе репортажда.
Нәсифуллиндар ғаиләһе хәҙер инде өсөнсө фатир алмаштыра. Ләкин үҙ фатирына тәүгә аяҡ баҫа. Барыһына ла намыҫһыҙ төҙөүселәр ғәйепле.
Сабырлыҡтың төбө һары алтын тигәндәй, Нәсифуллиндарҙың тормошондағы күңелһеҙ мәлдәр шатлыҡлы көндәр менән алмашына. Яңы фатир быға тиклемге һайланған торлаҡтарға ҡарағанда күпкә уңайлыраҡ, ти улар.
Яңы эш урыны ла оҙаҡ көттөрмәйәсәк. Миловка ауылы янындағы Йәштәр микрорайонында төҙөлгән балалар баҡсаһы тиҙҙән файҙаланыуға тапшырыласаҡ. Әле 180 урынға иҫәпләнгән мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһында коммуникацияларҙы, ҡорамалдарҙы тоташтырыу эштәре генә ҡалған.
Эргәлә генә төҙөлгән мәктәптә лә эштәр аҙағына яҡынлаша. Ул төҙөлөп бөтөү менән эргә-тирәләге биҫтә һәм ауыл балалары ошо мәктәпкә күсер тип көтөлә. Сөнки йылдам үҫешкән районда уҡысылар һаны артҡандан-арта, ә белем усаҡтары етешмәй. Ҡалаға йөрөүе мәшәҡәтле. Төҙөүселәр быны яҡшы аңлай һәм эштәрҙе лә тиҙерәк башҡарарға тырыша.
Ҙурлығы буйынса был мәғариф учреждениеһы шаҡ ҡатырырлыҡ. 1225 балаға иҫәпләнгән мәктәп әле республикала икәү генә. Ул сафҡа инеү менән Миловкаға йәшәргә теләүселәр ҙә артасаҡ ҡына. Үҙ сиратында алданыусылар ҙа кәмейәсәк.
Башҡортостанда былтыр 53 төҙөлөш тотҡарланған йортто финанслауға 6 миллиард һум аҡса йүнәлтергә хәл ителгән. Был күләм өс меңгә яҡын алданыусының торлаҡ мәсьәләһен хәл итеү мөмкинлеге бирә. Быйыл иһә өлөшсөләрҙең хоҡуҡтарын яҡлау фонды тағы ла 31 йорт буйынса ғаризалар тикшерәсәк. Тимәк, оҙаҡламай Нәсифуллиндар кеүек тормош мәшәҡәттәре уңышлы тамамланған ғаиләләр артасаҡ.
Айнур Кәбиров.