Башҡортостанда Төҙөүселәр ассоциацияһы булдырыласаҡ

Your browser doesn't support HTML5 video.

Республика Хөкүмәтендә үткән кәңәшмәлә яңы ойошманың етәксе органдары составы раҫланып, яҡын киләсәккә эш пландары билдәләнде. Премьер-министр Андрей Назаров билдәләүенсә, тармаҡ ассоциацияһы төҙөүселәр менән дәүләт араһында һөйләшеүҙәр алып барыу майҙанына әйләнергә тейеш.

Ассоциация ултырыштарында тармаҡ мәсьәләләре төҙөлөш ойошмалары вәкилдәре һәм чиновниктар ҡатнашлығында тикшереләсәк. Үҙ-ар бәйләнештәрҙең көйләнеүе оператив рәүештә стратегик ҡарарҙар ҡабул итеү мөмкинлеге бирәсәк, тигән Андрей Назаров.