Яңы техника Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса һатып алынған.
Быға тиклем спортсыларҙы ярыштарға йөрөтөр өсөн мәктәп автобусын алырға тура килә. Был үҙ сиратында уңайһыҙлыҡтар тыуҙыра ине, ти тренерҙар. 19 урынлы уңайлы яңы микроавтобус Стәрлебаш спорт мәктәбе өсөн бик ҡулай. Әлеге көндә бында спорттың 10 төрө буйынса 800-ҙән ашыу бала шөғөлләнә. Бынан тыш, райондың 7 ауылында бүлексәләр эшләп килә. Хәҙер республика һәм төбәк кимәлендә үткән спорт ярыштарына барыу уңайлы һәм тиҙ буласаҡ.
Шулай уҡ көндәр йылыныу менән спорт мәктәбендә «Уңайлы мөхит» проектына ярашлы ремонт эштәре башланыр тип көтөлә. Программаға ярашлы төҙөкләндереү сараларына 48 миллион һум аҡса йүнәлтеү күҙаллана. Әлеге ваҡытта ГТО нормаларын ҡабул итеү өсөн ҡоролмалар һатып алына. Заманса комплекс ауылдарға йөрөп балаларҙың әҙерлек кимәлен тикшереү мөмкинлеген бирә.
Әлфинә Килдейәрова.