Сүп-сар контейнерҙары майҙансыҡтарын тәртиптә тотоу төбәк операторҙарына йөкмәтелеүе мөмкин

Әле был эш менән ауыл хакимиәттәре шөғөлләнә. Һорау урындағы үҙидара етәкселәренең Бишбүләк районында ойошторолған семинар-кәңәшмәһендә күтәрелде.  Ошо зоналағы алты район вәкилдәре саҡырылған осрашыуҙа Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров та ҡатнашты. Ауыл хакимиттәрен борсоған башҡа проблемалар һәм уларҙы хәл итеү тәҡдимдәре хаҡында БСТ каналы хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.

Ауыл ерендә бизнестың ниндәй генә төрө юҡ, малсылыҡ, игенселек, йәшелсәселек менән шөғөлләнеүселәр ҙә, бәшмәк үҫтереү, балыҡ үрсетеү кеүек ятыраҡ шөғөлдәргә тотоноусылар ҙа бар. Әммә күп эшҡыуарҙар ҡолас ташлап эшләй, эшмәкәрлеген йәйелдерә алмай. Сөнки табышты күп өлөшөн кредит проценттары, һалымдар йота. Ауыл хакимиәттәре етәкселәре проблеманы процентһыҙ кредитта күрә. Был эшҡыуарлыҡты арттырырға, яңы эш урындары асырға, миграцияны туҡтатыуға булышлыҡ итәсәк.

Семинар-кәңәшмәлә ҡаралған темалар төрлө. Алты райондың ауыл хакимиәттәре башлыҡтары милли проекттар сиктәрендәге бурыстарҙы ғәмәлгә ашырыу юлдарын эҙләй. Мәҫәлән, мәғариф проекты буйынса. Хакимиәт етәкселәре белем усаҡтарының матди-техник базаһын нығытыу, заман технологияларын үҙләштереү менән бергә, өлкән быуын вәкилдәрен уҡытырға ла тәҡдим итә. Интернет менән ҡулланыуға. Сөнки әле бар тормош һанлы форматҡа күсә.

Иң ҙур бәхәс тыуҙырған темаларҙың береһе – көнкүреш ҡалдыҡтарын сығарыу менән бәйле. Семинарҙа ҡатнашыусылар контейнер майҙансыҡтарын хеҙмәтләндереүҙе лә төбәк операторҙары алып барырға тейеш тигән фекерҙә. Был бурыстың урындағы үҙидараға йөкмәтелеүе бигүк дөрөҫ түгел, ти улар.

Семинар-кәңәшмәлә шулай уҡ экология, ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре, экология, тирә-яҡ мөхит менән бәйле һорауҙар ҙа ҡаралды. Хакимиәт етәкселәре билдәләүенсә, иң мөһиме- фекер алышыу, аралашыу. Үҙ ҡаҙаныңда ғына ҡайнап уңышҡа өлгәшеп булмай, башҡаларҙың да эш тәжрибәһен өйрәнеү шарт.

Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров билдәләүенсә, семинар урындағы үҙидараға ла, дәүләт органдары өсөн дә файҙалы. Сарала министрлыҡ, ведомстволар етәкселәре лә ҡатнаша. Проблеманы уртаға һалып тикшереү мөмкинлеге бар.   

Семинар-кәңәшмәлә ҡаралған проблемалар,  йыйылған тәҡдимдәр ҡағыҙҙа ғына ҡалмай. Республика программаларының нигеҙенә ята, уларға ярашлы ҡануниәткә үҙгәрештәр индерелә.

Рәмзиә Кәримова.