Экологик тәрбиә. Ауырғазы районында ҡотҡарыусылар һәм ирекмәндәр күл һәм һыу ятҡылыҡтарында соҡорҙар быраулап, балыҡтарҙы ҡотҡарыу акцияһын үткәрҙе. Һыу аҫты донъяһына өҫтәмә һауа булдырыуға мәктәп уҡыусылары ла йәлеп ителде. Райондың бөтә биләмәләрендә ойошторолған саранан БСТ каналы хәбәрсеһе Флорида Ким репортажы.
Боҙ быраулаған Рәфил Абдрахманов, күл аҫтындағы һауаның балыҡтар өсөн ни тиклем мөһим икәнен аңлата. Ҡатмарлы булмаған ысул менән һыу донъяһында йәшәүсе йән эйәләренә яңы һулыш өрөргә мөмкин. Ҡыш һауа температураһы күтәрелгән осорҙа мәке уйыу балыҡтарға ярҙам итә.
Район буйынса экологик акция ойоштороу тәҡдиме осраҡлы барлыҡҡа килмәгән. Ҡотҡарыусылар һәм ирекмәндәр әйтеүенсә, балаларға экологияға һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү мәктәптән үк башланырға тейеш. Йәй малайҙар үҙҙәре лә күлдәрҙә балыҡ ҡармаҡлаясаҡ. Шуға ла Талбазы ауылында ғына акцияға утыҙлап үҫмер ҡушылды.
Балыҡтар донъяһына һауа ебәреүҙән тыш, акцияла балалар менән профилактик әңгәмәләр ҙә ойошторола. Ҡыҙҙар-малайҙар боҙ өҫтөндә үҙҙәрен нисек тоторға һәм ул сатнап киткәндә ниндәй ҡотҡарыу сараларын күрергә кәрәклеге хаҡында өйрәнә.
Флорида Ким.