Солоҡ балының тағы бер партияһы оҙатыуға әҙерләнә. Тәүге өлөшө 500 килограмдан ашыу продукция уҙған йылда экспортланғайны. Ғәрәптәргә башҡорт балы оҡшаған, улар хеҙмәттәшлекте дауам итергә теләй, тип хәбәр итәләр Умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү институтынан.