Бөгөн команда Төркиәнән Башҡортостанға ҡайтты. "Өфө" быйылғы тәүге рәсми уйынын 22 февралдә уҙғара. Рәсәй Кубогына турнирҙа сирек финалға сығыу өсөн Екатеринбургтың "Урал"ы менән осрашыу ҡаралған.