Пандемия башланғандан бирле сирлеләр һаны 26 мең 687-гә етте. Был турала бөгөн хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин белдерҙе.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтРеспубликала ковидҡа ҡаршы Ситуация үҙәге эшен дауам итә. Уның етәксеһе Римма Үтәшева белдереүенсә, үткән аҙнала халыҡтан 2 меңдән ашыу шылтыратыу ҡабул ителгән. Күптәрҙе инфекциянан һуң реабилитация үтеү һәм коронавирусҡа ҡаршы вакцина яһатыу ҡыҙыҡһындыра. Үҙәк көн һайын иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 8-гә тиклем эшләй. Бәйләнеш телефоны: 8(347)-218-19-19. Башҡортостанда 65 йәштән ололар һәм хроник сире булғандар 25 февралгә тиклем изоляция режимын үтәргә тейеш. Республикала битлек тәртибе лә ғәмәлдә ҡала.