Башҡортостан йәшәү сифаты буйынса ил төбәктәре араһында 29-сы урынға ҡуйылған

Рейтингта беренсе урындарҙы Мәскәү һәм Санкт-Петербург алған. Йәшәү сифатын билдәләгәндә 70 күрһәткес, шул иҫәптән, халыҡтың килеме, хеҙмәт шарттары, демография, бизнес үҫеше, транспорт инфраструктураһы иҫәпкә алынған.