Башҡортостан мотоуҙышсылары Рәсәй Кубогын яуланы

Боҙҙа мотоуҙыш буйынса турнирҙың һуңғы этабы Щадринск ҡалаһында үтте. Ғабдрахман Ҡадыров исемендәге спорт үҙәге командаһы беренсе урын алды. Көмөш миҙалға - Тольятти, бронзаға Свердловск өлкәһе мотоспортсылары лайыҡ булды.