Шаран районы Наратаҫты ауылында йәшәүсе Ғәлләмовтар ғаиләһе алтын юбилейын билдәләй

Your browser doesn't support HTML5 video.

Теүәл ярты быуат элек Шаран районы Наратаҫты ауылында йәшәүсе Ғәлләмовтар ғаилә ҡора. Алтын юбилейҙары менән өлгөлө парҙы Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров тәбрикләне.

Ғаилә башлығы ваҡытында нефтсе һөнәрен үҙләштергән, ә тормош иптәше оҙаҡ йылдар бухгалтер булып эшләгән. Ғәлләмовтарҙың балалары ла үҙҙәре кеүек юғары белемле, ата-әсәләре өсөн өҙөлөп тора. Тормоштан йәм табып донъя көткән оло быуын вәкилдәре һөйөү барлығын үҙ миҫалында иҫбатлап татыу ғүмер кисерә.