Бөгөн – Афғанстандан Совет ғәскәрҙәрен сығарыуға 32 йыл

Your browser doesn't support HTML5 video.

Бик күп ғаиләләргә ҡағылған  ҡораллы бәрелештә илебеҙ 15 меңгә яҡын һалдат һәм офицерын юғалтты. Йола буйынса был көндә һәләк булыусыларҙы хәтергә алыу менән бер рәттән, иҫән-һау әйләнеп ҡайтыусыларға тәрән ихтирам күрһәтелә.

Бөгөн республиканың барлыҡ төбәктәрендә лә хәтер саралары үтте. Өфөләге «Ҡайғырыусы әсә» һәйкәле алдындағы митингта БСТ каналының ижади төркөмө лә булды.

Афғанстанда локаль бәрелештәр башланғас, Зөлфирә Маннанова ир-егеттәр менән бер рәттән ут эсенә инә. Республика онкология диспансерында эшләп йөрөгән Бүздәк ҡыҙы алдында һайлау тормай. Хәрби яуаплылыҡ һәм комсосол ҡушыуы буйынса уны хәрби госпиталгә йүнәлтәләр. 20 йәшлек ҡыҙ Афғанстандың Шинданд ҡалаһы янында яралыларҙы дауалай.

Афған һуғышында 9 меңдән ашыу яҡташыбыҙ ҡатнашҡан. 334-е әйләнеп ҡайтмаған, алтыһы хәбәрһеҙ юғалған. Уларҙы митингка йыйылыусылар бер минут тынлыҡ менән иҫкә алды. «Ҡайғырыусы әсә» һынына сәскә һалыуҙа Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров та ҡатнашты. 

Тән яраһын дауалап була, ә бына йән яралары уңалмай. Локаль бәрелештәрҙә улдарын юғалтыусыларҙың күбеһе 65 йәштән өлкән. Уларға изоляция тәртибе буйынса митингка килеү тыйылған.

Һуғышта улдарын юғалтҡан ата-әсәләргә дәүләттән иғтибар күберәк булһын ине. Үҙемдең улым хәрби хеҙмәткә алынып, 1995 йылдың ғинуарында Чечняла һәләк булды. Уның Чечен һуғышына ингәнен белмәй ҙә ҡалдым.

Светлана Терешкина, Хәрби хеҙмәттә һәләк булыусыларҙың ғаиләләренең Бөтә Рәсәй йәмәғәт ойошмаһы Башҡортостан буйынса бүлеге етәксеһе

Артабан сарала ҡатнашыусылар баш ҡаланың көньяҡ зыяратында Афған һәм Чечен һуғышы хәрбиҙәре хөрмәтенә ҡуйылған обелиск янында йыйылды.

Локаль бәрелештәрҙә һәләк булғандарҙы йылына бер тапҡыр хәтергә алып төрлө саралар уҙғарыла. Ә һуғыш ҡорбандарының яҡындарының иҫендә улар көн һайын, сәғәт һайын.

Рәмилә Исмәғилева.