Рәсәйҙә льготалы ипотека программаһы 2024 йылғаса оҙайтылыуы ихтимал

Президент Владимир Путин Хөкүмәткә һәм Үҙәк банкка тейешле тәҡдим әҙерләргә ҡушты. Ике балалы ғаиләләр өсөн ипотека уңайлыраҡ булырға тейеш. Рәсәйҙә льготалы торлаҡ кредиты программаһы 1 июлгәсә оҙайтылды. Яңы йорттан 6,5 процентҡа ипотека юлларға мөмкин.