Республика Хөкүмәте Президиумында “Эшҡыуарлыҡты популярлаштырыу” проекты үтәлеше ҡаралды. Ултырышты Премьер-министр Андрей Назаров үткәрҙе. Былтыр республикала 12 бизнес лагерь ойошторолған. Унда 700-ҙән ашыу эшҡыуар ҡатнашҡан. Өфө, Нефтекама, Стәрлетамаҡ ҡалалары, Өфө, Иглин, Асҡын һәм Яңауыл райондарында эшҡыуарҙар мәктәп уҡыусылары өсөн асыҡ дәрестәр үткәргән. Ике йылда 15 мәктәп эшҡыуарлыҡ клубы булдырылған.