Баймаҡ районы Күгиҙел ауылында фельдшер-акушер пункты асылды

Ауыл үҙәктән алыҫ урынлашҡан. Унда 400-ҙән ашыу кеше йәшәй. Яңы медицина пункты Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың йөкләмәләрен үтәү маҡсатында, ҡыҫҡа ваҡытта сафҡа индерелгән. “Хәҙер бинала бөтә шарттар бар”, - ти фельдшер Рәғиҙә Әбйәлилова.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Баймаҡ районы хакимиәтенән белдереүҙәренсә, тиҙҙән Йәрмөхәмәт ауылында ла медицина пункты асыу планлаштырыла. Баймаҡ ҡалаһында иһә балалар поликлиникаһы төҙөлә.