Башҡортостанда инвесторҙарға ярҙам күрһәтелә. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа закон проекты ҡарала. Документҡа ярашлы, республикаға инвестиция йәлеп иткән ойошмаларға бюджеттан аҡсалата ярҙам була. Бындай алым ауыл хужалығы, юл төҙөлөшө һәм башҡа мөһим өлкәләрҙә проекттарҙы тиҙерәк тормошҡа ашырырға булышлыҡ итергә тейеш, тип белдерәләр парламенттан. Закон проекты февралдәге пленар ултырышта ҡарала.