Башҡортостанда тағы бер перинаталь үҙәк төҙөлә

Яңы медицина учреждениеһы 2024 йылда Ишембай ҡалаһында асылырға тейеш. Был турала Республика башлығы Радий Хәбиров белдерҙе. Перинаталь үҙәк район-ара кимәлдә була, башҡа ҡалалар һәм райондарҙан да ауырлы ҡатын-ҡыҙҙар ҡабул ителә.