1 марттан "Башавтотранс" компанияһы тарифтарҙы күтәрә. Өфө, Бөрө, Нефтекама Стәрлетамаҡ, Учалы һәм Салауат ҡалаларында йөрөүсе автобустарҙа билеттар ҡиммәтләнә. Хаҡтар бер нисә һумға арта. Ташламаға хоҡуҡлы граждандар өсөн берҙәм социаль юл йөрөү билеты хаҡы үҙгәрмәй, әлегесә 600 һум була.