Башҡортостанда үлемдең артыуына коронавирус сәбәпсе

Был турала премьер-министр Андрей Назаров белдерҙе. Коронавирус арҡаһында үлеүселәр теркәлде, шулай уҡ ошо сирҙе үткәрә алмаған хроник ауырыуҙар күп, тине хөкүмәт рәйесе. Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, 2020 йылда республикала үлеүселәр һаны алдағы йыл менән сағыштырғанда 23 процентҡа артҡан. Хөкүмәт алдында быйыл үлемде кәметеү бурысы ҡуйылды.