Коронавирус пандемияһы сәбәпле ул бер аҙға туҡтатылып торғайны. Республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, 18 йәштән 39 йәшкә тиклемге граждандар уны 3 йылға бер, 40 йәштән өлкәндәр уны йыл һайын үтә. Тикшерелеү үтеү өсөн йәшәү урыны буйынса поликлиникаға мөрәжәғәт итергә кәрәк. Граждандарҙың паспорты һәм медицина полисы булыуы зарур. Диспансерлаштырыу ярҙамында сирҙе башланған мәлендә үк асыҡлау мөмкинлеге бар. Ул бушлай үткәрелә.
Диспансерлаштырыу тураһында башҡа материалдар: https://bash.news/yuldash/asyk-studiya