Башлығы коронавирус инфекцияһы менән көрәш тураһында Указға төҙәтмәләр индерҙе. Атап әйткәндә, банктарҙа, сауҙа объекттарында һәм күп функциялы үҙәктәрҙә бирсәткә кеймәҫкә мөмкин. 65 йәштән өлкән граждандар өсөн изоляция тәртибе 25 февралгә хәтлем һаҡлана. Шулай уҡ республика етәксеһе Башҡортостан балаларына “Орленок” һәм “Артек” лагерҙарына барырға рөхсәт бирҙе, чиновниктар кәңәшмәләрҙе видеобәйләнеш аша түгел, офлайн үткәрә ала.