“Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы” стелаһы Өфөнөң төньяҡ өлөшөндә урынлаштырыла

Онлайн- тауыш биреү һөҙөмтәләре буйынса, стела өсөн Еңеү паркы алдындағы Беренсе май аллеяһы майҙаны һайланды. Уның өсөн ҡала халҡының 66 проценттан ашыуы тауыш биргән. Икенсе вариант Ленин менән Зәки Вәлидиурамдарындары киҫелешендәге парк ине. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Өфөнөң 13 архитекторы үҙҙәренең стела идеяһын тәҡдим итте. Тарихи мәлдәрҙе сағылдырған эскиздарҙың 15 варианты ҡаралды.