Башҡортостанға йәнә ысын ҡыш килде

Синоптиктар сатлама һыуыҡтар тураһында иҫкәртә. Һауа температураһы йыллыҡ норманан 8-10 градусҡа түбән була. Төндәрен температура 26-31 градусҡа тиклем түбәнәйә, аяҙытҡанда 36-ға тиклем етә. Көндәрҙең һалҡын тороуына бәйле янғын сығыу осраҡтары ла арта. Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы халыҡты йылытҡыс приборҙар  ҡулланғанда , мейес яҡҡанда иғтибарлыраҡ булырға кәңәш итә.