Яңы ҡушымтаны ғәмәлдә тикшереү өсөн илдең өс төбәге һайланған. Исемлеккә беҙҙең республика ла эләккән. “һаулыҡ” мобиль ҡушымтаһы медицина менән бәйле табиптарға онлайн яҙылыу, рецепт яҙып алыу, һаулыҡты күҙәтеү буйынса көндәлек алып барыу һәм башҡа документтарҙы берләштерәсәк. Әлегә тиклем мобиль ҡушымта ябыҡ режимда тест үткән. Март айында ул өс төбәктә һынау тота.