“Урал бөркөттәре” 7-се турҙы еңеү менән тамамланы

Йәштәр волейбол лигаһының даими беренселек сиктәрендә баш ҡала клубы Белгородта “Белогорье”ны ике уйында ла 3-кә 2 иҫәбенә отто.   Киләһе  тур Өфөлә уҙа. “Урал дублерҙары” Ырымбурҙан “Нефтяник-УОР” һәм Кемеровонан “Кузбасс-2”  командалары менән икешәр осрашыу үткәрә.