Йәштәргә йәшел ут. Былтыр районға 6 йәш белгес ҡайтҡан. Уларҙың барыһы ла «Ауыл табибы» программаһы нигеҙендә контракт төҙөгән. Бынан тыш, район хакимиәте һәм медицина учреждениеһы етәкселеге йәш белгестәргә өҫтөнлөк бирә. Улар менән БСТ каналы хәбәрсеһе Рафиҡ Әхмәтшин ҡыҙыҡһынды.
Зөһрә Кинйәбаева Бөрйән ҡыҙы. Башҡорт дәүләт медицина университетын тамамлағандан һуң икенләнмәйенсә тыуған яғына ҡайтҡан. Ул тире ауырыуҙары табибы. Быға тиклем Бөрйәндәр дермотологҡа йылына бер тапҡыр, Өфөнән йә Белореттан килгән табипҡа ғына күренгән. Хәҙер сират юҡ. Йәш белгес көндә урындағы поликлиникала ҡабул итә.
Инзиә Салауатова терапевт. Бала сағынан табип булырға хыялланған. Уҡыу йортон тамамлағас тыуған яғына ҡайтырға ниәтләгән.Университетта Бөрйән үҙәк район дауаханаһы етәкселеге менән осрашыуҙан һуң теләге нығына төшкән. Хыялыма ҡанат ҡуйҙылар тип шатлана йәш терапевт.
Динис Кучумов табиптар династияһынан. Атаһы һөнәрен һайлап ул стоматология йүнәлешендә белем алған. Былтырҙан бирле Бөрйән халҡының тештәрен дауалай. Йәш белгес ҡайтыуға дауаханала медицина ҡорамалдары ла яңыртылған.
Белгестәр барыһы ла «Ауыл табибы» программаһында ҡатнаша. Бынан тыш район хакимиәте һәм медицина учреждениеһы дауаханаға йәш көстәрҙе йәлеп итеү өсөн күп кимәлле дәрләндереү сараларын раҫлаған.
Бөрйән дауаханаһында вакансияларҙы тулыһынса ябыу өсөн тағы ла 4 табипҡа ихтыяж бар. Әле Һаулыҡ һаҡлау министрлығына заявкалар тапшырылған. Яҙға ҡарай төбәктә яңы табиптар ҡайтыуын көтәләр.
Рафиҡ Әхмәтшин.