Торлаҡ төҙөлөшөндә өлөшләтә ҡатнашып алданған кешеләрҙең мәсьәләһе хәл ителә

Your browser doesn't support HTML5 video.

«Госстрой» ойошмаһының проблемалы объекттарын сафҡа индереүҙе үҙ өҫтөнә алған «Садовое кольцо» компаниялар төркөмө йорттарҙы тапшыра башланы. Бөгөн «Эрмитаж» торлаҡ комплексының 3-сө секцияһы хужалары фатир асҡыстарын ҡулына алды. Торлаҡтарын йылдар буйы көткән өлөшсөләрҙең шатлығын Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Рәиф Әбдрәхимов, Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Сергей Греков һәм төҙөлөш компанияһы етәкселәре уртаҡлашты. Иҫтәлекле сарала БСТ каналының ижади төркөмө лә ҡатнашты.

Йорт әҙер, хәҙер ремонт эштәре, йыһаздар хаҡында уйлай башларға ла мөмкин. Ә бер йыл элек кенә Исрафиловтар алданған өлөшсөләр исемлегендә була. Ғаиләнең ҡала уртаһында, «Эрмитаж» торлаҡ комплексында алған фатиры проблемалы объектҡа әйләнә. Йортто төҙөгән «Госстрой « компанияһы банкрот тип иғлан ителә. Хужаларҙың бәхетенә торлаҡты сафҡа индереүҙе «Садовое кольцо» компанияһы үҙ өҫтөнә ала. Исрафиловтар әйтеүенсә, фатирға инеү менән төҙөлөш эштәренең сифатлы башҡарылғаны күренә.

Фатирҙар автоном рәүештә йылылыҡты, электр энергияһын иҫәпләү ҡоролмалары менән йыһазландырылған, янғын иҫкәртеү, видеокүҙәтеү приборҙары урынлаштырылған. Был йорт девелопер компания төҙөп бөткән тәүге объект ҡына түгел. Уҙған йәй улар ошо уҡ «Эрмитаж» комплексының  2-се секцияһын файҙаланыуға тапшырғайны. Унда 56 ғаилә көткән торлағын алды, ә бөгөн иһә фатир асҡыстары 269 өлөшсөгә тапшырылды.

«Садовое кольцо» компанияһы был проектҡа былтыр яҙ ғына тотона. Девелоперҙар ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә проблемалы объект төҙөлөшөн тамамлай ала, бар финанс сығымдарҙы ла улар үҙ иҫәбенә ҡаплай. «Эрмитаж» комплексын төҙөп бөтөү өсөн генә 561 миллион һум талап ителә.

«Садовое кольцо» компанияһы «Эрмитаж»дан тыш Ленин урамындағы йортто, «Белая река», «Московский» проблемалы торлаҡ комплекстарын төҙөп бөтөргә ниәтләй. Белая река» буйынса тәүге һөҙөмтәләр бар ҙа инде, былтыр йыл аҙағында 500-ҙән ашыу алданған өлөшсө фатир туйланы.

Рәмзиә Кәримова.