Ултырышта республиканың инвестиция мөхитен үҫтереү буйынса ҡарарҙар ҡабул ителде. Стратегик инициативаларҙың милли рейтингында төбәк властарының бизнес алып барыу өсөн уңайлы шарттар булдырыуға булған эшмәкәрлеге баһалана. Уҙған йыл беҙҙең республика милли рейтингта 16-сы урындан күтәрелеп беренсе тапҡыр тәүге 10 төбәк исемлегенә инде. Башҡортостан унда 9-сы урынға ҡуйылған. Рейтинг 4 йүнәлеш буйынса 44 күрһәткес һөҙөмтәләренә ҡарап баһалана.
Башҡортостандың йәмәғәт палатаһында “Дәүләт милли сәйәсәте стратегияһын тормошҡа ашырыуҙа гражданлыҡ йәмғиәте институттарының роле” темаһына осрашыу үтте. Унда милләт-ара һәм конфессиялар-ара мөнәсәбәттәр мәсьәләләре буйынса фекер алышынды. Башҡортостан республикаһының Халыҡтар дуҫлығы йорто директоры Илгиз Солтанморатов.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтБашҡортостанда инвесторҙарға ярҙам күрһәтелә. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа закон проекты ҡарала. Документҡа ярашлы, республикаға инвестиция йәлеп иткән ойошмаларға бюджеттан аҡсалата ярҙам була. Бындай алым ауыл хужалығы, юл төҙөлөшө һәм башҡа мөһим өлкәләрҙә проекттарҙы тиҙерәк тормошҡа ашырырға булышлыҡ итергә тейеш, тип белдерәләр парламенттан. Закон проекты февралдәге пленар ултырышта ҡарала.