“Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы” махсус проектының ойоштороу комитеты белдереүенсә, “Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы” стелаһы Өфөнөң төньяҡ өлөшөндә урынлаштырыла. Онлайн- тауыш биреү һөҙөмтәләре буйынса, стела өсөн Еңеү паркы алдындағы Беренсе май аллеяһы майҙаны һайланған. Уның өсөн ҡала халҡының 66 проценттан ашыуы тауыш биргән. Икенсе вариант Ленин менән Зәки Вәлиди урамдарындары киҫелешендәге парк ине. Конкурс өсөн Өфөнөң 13 архитекторы үҙҙәренең стела идеяһын тәҡдим иткәйне. Тарихи мәлдәрҙе сағылдырған эскиздарҙың 15 варианты ҡаралды.
Кәңәшмәлә йылылыҡ һәм эҫе һыу өсөн түләү, юғары уҡыу йорттарында фекер алышу клубтары ойоштороу мәсьәләләре лә ҡаралды. Партияның урындағы бүлексәләрендә былтырғы эш һөҙөмтәләре барланды, ирекмәнлек штабы эшмәкәрлеге, “Хәстәрлек картаһы” проектын тормошҡа ашырыу буйынса һөйләшеү булды.