Башҡортостанда “Евразия иҡтисад үҙәге” булдырыла

Инвестиция проекты республикала етештереүҙе үҫтереү һәм яңы баҙарҙарға сығыуҙы маҡсат итеп ҡуя. Премьер-министр Андрей Назаров Инвестиция мөхитен яҡшыртыу буйынса стратегик сессия үткәрҙе. “Евразия иҡтисад үҙәге” проектына ярашлы, төбәктәр бер-береһе менән берләшеп хеҙмәттәшлек итә һәм етештереүҙе киңәйтә. Мәҫәлән, Башҡортостанда Умартасылыҡ буйынса федераль үҙәк булдырыу тәҡдиме ҡарала.