Башҡортостан биатлонсылары бөгөнгө уҙышта ҡатнашмай

Словенияла биатлон буйынса донъя чемпионаты үтә. Бөгөн ир-егеттәр 20 километрға шәхси уҙышта ярыша. Беҙҙең республиканан Эдуард Латыпов һәм Антон Бабиков милли команда составына йәлеп ителде. Әммә улар бөгөн ярышмай. Быға тиклем Эдуард Латыпов спринтта 10-сы, ә эҙәрлекләүҙә 7-се урын алды.