Күп балалы әсәләрҙең бер төркөмө бүләкләнә

Республика башлығы Радий Хәбиров 5 һәм унан күберәк бала тәрбиәләүсе 50 кешегә "Әсәлек даны" миҙалы тапшырыу тураһында Указға ҡул ҡуйҙы. Был награда 1998 йылдан бирелә. Ошо ваҡыт эсендә 8 меңдән ашыу әсә лайыҡ булған.