Башҡортостанда ауыл биләмәләрен үҫтереүгә 237 миллион һум бүленә

Премьер-министр Михаил Мишустиндың төбәктәргә 2 миллиард 500 миллион һумға яҡын аҡса йүнәлтеү тураһында ҡарары бар. Уның бер өлөшө беҙҙең республикаға тәғәйенләнә. Аҡса инженер һәм социаль объекттарҙы төҙөкләндереүгә, ауыл халҡының тормошон яҡшыртыуға тотонола.