Футбол буйынса Рәсәй Кубогына турнирҙа "Өфө" менән "Урал" командалары араһында уйынды "Нефтсе" стадионында бушлай ҡарап була. Билеттар өсөн хаҡ ҡуйылмай. Өфө һәм Екатеринбург командалары сирек финалға сығыу өсөн көс һынаша. Осрашыу 22 февралдә 14 сәғәттә башлана.